Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында яугир яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҙур мемориаль комплекс асылды. Һәйкәлдә Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшеүселәрҙән тыш, башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан һалдаттарҙың исемдәре лә мәңгеләштерелгән.
Яңы комплексты асыу башланғысын Советтар Союзы Геройы Нурулла Сафиндың улы Зөфәр Сафин күтәреп сыға.
Мемориаль комплексты асыу тантанаһында ауыл халҡы "Үлемһеҙ полк" колоннаһы менән үтте. Әлеге сара төбәктә йәшәүселәр өсөн оло әһәмиәткә эйә. Сөнки Иҫке Ҡаҙансыны геройҙар ере тип йөрөтәләр. Бәләкәй генә ауылдан Беренсе Донъя һуғышы Геройы, Георгий тәреһенең тулы кавалеры Евдоким Фионов, Советтар Союзы Геройҙары Мырҙалихан Ғәбитов һәм Нурулла Сафин сыҡҡан. Ауылдаштар һәм сит тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтары, беҙ ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгелбеҙ, тип иҫәпләй.




