Йырҙарҙа - еңеү ауазы

Өфөнөң Ленин исемендәге паркында алты сәғәтлек байрам концерты үтте. Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә "Мин яратам һине, тормош" республика конкурсы еңеүселәре сыҡты.

Сәнғәт донъяһына ғашиҡ оло быуын вәкилдәре йыр-бейеүҙәр аша баш ҡала халҡын Еңеү көнө менән тәбрикләне. Майҙанда ҡурай, ҡубыҙ, баян, гармун, думбыра көйҙәре тынманы. Нәфис һүҙ оҫталары һуғыш хаҡында шиғри юлдар ишеттереп тә, аяуһыҙ йылдарға алып ҡайтты. Ошонда уҡ ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо, теләгән һәр кем ветерандарға сувенир-бүләктәр әҙерләй алды. Сарала ҡатнашыусылар Советтар Союзы геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалыуҙа ла ҡатнашты.

Ленин паркы ветерандарҙың яратҡан урындарының береһе. Ветерандарҙың “Милый хоровод” һәм “Сылтыр шишмә” ансамблдәре бар. Бик матур концерт күрһәтәләр.

Рәфҡәт Үмәрғәлин, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Фашистар илде баҫып ингәндә Мәғҙәниә Сәйетоваға ун йәш кенә була. Уның бер туған ағаһы Шәрифулла Мөхәмәтйәнов 1941 йыл Башҡорт кавалерия дивизияһы менән фронтҡа китә, Берлинғаса барып етә, әммә тыуған яғына ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Оло йәштәге ҡатын Еңеү көнө алдынан ҡыуаныслы яңылыҡ ала. Яҡын кешеһе ерләнгән урын табылған. Мәғҙәниә Ғибәҙулла ҡыҙы аяуһыҙ аслыҡ, яланғаслыҡ йылдарына бирешмәй, бөгөн дә үҙен ғорур тота.

Һуғыш ваҡытында ныҡ ауыр булды. Һалдаттарға ойоҡ, бейәләй бәйләй инек. 1-2 сәғәт йоҡлағандан һуң кире эшкә уяталар ине. Ғүмер буйына эшләнем.

Мәғҙәниә Сәйетова, хеҙмәт ветераны

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.