Бөгөн Өфөнөң Кенәз ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә ваҡыт капсулаһы һалынды.
Иҫтәлекле сараға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылда йәшәүселәр һәм мәктәп уҡыусылары килде. Хәрби темаға йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Обелискка сәскә гөлләмәләре һалынды, балалар һауаға шарҙар осорҙо. Байрамда ҡатнашыусылар ил азатлығы өсөн башын һалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ваҡыт капсулаһы һәйкәлгә элек тә һалынған, ул былтыр асылған. Бөгөн һалынғанын иһә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 100 йыллығында асыу күҙаллана. Капсулала киләсәк быуынға теләктәр яҙылған.




