Еңеү рекорды

Өфөнөң Затон биҫтәһендә лә үҙенсәлеле саралар үтте. Байрам уңайынан спорт һөйөүселәр "Еңеү рекорды" акцияһында ҡатнашты. Өфөнөң Ленин районында был сәләмәтлек һәм рухи ныҡлыҡ акцияһы өсөнсө тапҡыр үткәрелде.

Фото №1 - Еңеү рекорды

"Тулҡын" скверы алды һабантуй майҙанын хәтерләтә. Һәр кем илебеҙ азатлығы өсөн тиңдәшһеҙ көрәштә һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алып, спорт ярыштарында ҡатнаша. Был марафон 2011 йылда Воронеж ҡалаһында старт алған. Урам майҙансыҡтарында воркаут хәрәкәте активистары башлап ебәргән матур йола йыл һайын Рәсәй төбәктәрендә лә ҡабатлана.

Еңеү рекорды акцияһында ҡатнашыусылар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм өлкән быуын вәкилдәре. Улар спорт сараһына ҡушылып үҙҙәренең бөгөндән илебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға ҡалҡан кеүек әҙер булыуҙарын иҫбатланы.

Илебеҙҙә һуғыш тамамланыуға 26 663 көн. "Тулҡын" скверы алдында Бөтә Рәсәй акцияһында 300 яҡын кеше ҡатнашты. Улар тап тыныс атҡан иртәләр һанында 26 663 тапҡыр отжимание яһаны.

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусы ата-бабаларыбыҙ рухи яҡтан ныҡ, яҡшы физик әҙерлекле һәм сыҙам булған. Бөйөк Ватан һуғышын кинотаҫмаларҙан ғына ҡарап белеүсе заман йәштәре был акцияға теләктәшлек күрһәтеп, киләсәктә мотлаҡ әрме юлын үтәсәген раҫланы.

Был акция өсөнсө йыл уҙғарыла. Өс йәҙҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Милә Иҫәнбаева, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең матбуғат һәм аналитика бүлеге әйҙәүсе белгесе

Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кешегә Еңеү ҡәнәферҙәр төҫөндә. Шуға ла ҡәнәферҙәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләү өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторған. Һәр бала үҙ ҡулдары менән эшләгән сәскәләрҙе стендҡа беркетте һәм был фонда иҫтәлеккә фотоға ла төшә алды.

"Тулҡын" скверында 9 май Еңеү көнөн ҡаршылаусылар спорт ярыштарында ҡатнашты, хәрби-патриотик йырҙар тыңланы, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Сара һуңында байрамға килеүселәр һалдат бутҡаһын тәмләне.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ