"БСТ-нан һалдат бутҡаһы"

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән "Спутник" радиостанцияһы Өфөнөң Ленин исемендәге паркында ялан кухняһы ойошторҙо.

Рус дәүләт драма театры алдындағы майҙанда хеҙмәттәштәребеҙ хапыҡты бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә саф һауала әҙерләнгән һалдат ашы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Күптәр бығаса зәңгәр экран аша ғына күргән "Сәләм", "Бәхетнәмә", "Наука 102", "Счастливый час" программалары алып барыусылары менән яҡындан аралашып шатланды.

Кешеләр ғаиәләләре, балалары менән килгән. Бик күңелле үтте. Был байрам рух күтәренкелеге. Байрамда ҡатнашыу ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ.

Лилиә Мәҡсүтова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы

Автор: Гөлдәриә Йосопова.