Мәскәүҙәге “Үлемһеҙ полк” акцияһына “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәк тә ҡушылды

Муса Гәрәев, Миңлеғәле Шайморатов, Даян Мурзин, Мостай Кәрим кеүек данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың фотоһүрәттәре бөгөн Ҡыҙыл майҙан буйлап үтте.

Мәскәүҙәге "Үлемһеҙ полк" акцияһына "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре лә әүҙем ҡушылды. Улар хәрби кейемдәрҙә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизия байрағы менән тыныс күк йөҙө бүләк иткән бөйөк ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Сара алдынан баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Николай Киселев скверына йыйылды. Сығышы менән Башҡортостандан булған партизан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беларусь ауылдарынан 200-ҙән ашыу йәһүдте ҡотҡара. Уның иҫтәлегенә дүрт йыл элек асылған монумент янынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй.

Ике йыл элек Тирбуныға барғанда, ауыл халҡы беҙгә гимнастерка бирҙе. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының офицерыныҡы булған, тинеләр.

Зөлфиә Хәсәнова, "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ағзаһы