Республика хәрби госпиталендә Еңеү байрамына арналған саралар үтте

Байрам көндәрендә һаулыҡтарын яҡшыртырға килеүсе өлкәндәргә бай концерт программаһы тәҡдим ителде. Сәхнәнән хәрби-патриотик йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр күрһәтелде.

Фото №1 - Республика хәрби госпиталендә Еңеү байрамына арналған саралар үтте

73-сө Еңеү яҙын ҡаршылаусы ветерандар, йәш быуынды үҙҙәре яулап алған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, илебеҙҙәге татыулыҡты, дуҫлыҡты һаҡларға һәм тырышып хеҙмәт итергә өндәне.

Республика ветерандарының госпиталендә 7 майҙан үҙенсәлекле акция бара. Был акция сиктәрендә ветерандар әлеге ваҡытта иҫән яуҙаштарын телефондан шылтыратып ҡотлай ала. Был мөмкинлектән Вәсимә менән Исмәғил Мифтаховтар ҙа файҙаланды. Улар Сочи һәм Санкт-Петербург ҡалаларына яуҙаштарын Еңеү байрамы менән тәбрикләне.

Бөйөк еңеүҙең 73-сө йылын ҡаршылап беҙҙең госпиталдә күп саралар үткәрелде.

Хәлил Шәрипҡолов, республика ветерандарының хәрби госпитале социаль хеҙмәткәре

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ