Аяҙ күктә еңеү сатҡылары

Бөйөк Еңеү байрамы Кушнаренко районында урынлашҡан Первушин аэродромында ла киң билдәләнде. Йылдағыса мауыҡтырғыс авиашоу йөҙҙәрсә кешене йыйҙы. Программа буйынса сарала һалдат бутҡаһы, патриотик йырҙар, төрлө уйындар ҡаралған ине.

Фото №1 - Аяҙ күктә еңеү сатҡылары

Оксана Тимофеева осош алдынан тағы ла бер тапҡыр техниканың торошон тикшерә. Бөгөн пилоттың ғәҙәттәге көндәргә ҡарағанда ла осошо яуаплы, сөнки уның һауалағы һәр хәрәкәтен меңәрләгән кеше күҙәтә. Бейеклектә төрлө фигуралар яһау летчиктарҙан ҡыйыу йөрәк һәм оҫталыҡ талап итә. Шуға ла байрамға әҙерлекте улар алдан башлаған, һөҙөмтә иһә күҙ алдында..

Первушин аэродромында бындай авиашоуҙар тәүге тапҡыр һигеҙ йыл элек ойошторола башлаған. Тамашасылар шулай уҡ самолеттан парашютистар һикергәнен ҡарап, техника эргәһендә иҫтәлеккә фото төштө.

Авиашоу ҡарағандан һуң, майҙанда байрам дауам итте. Берәүҙәр волейбол уйнаһа, икенселәр хәрби техника менән ҡыҙыҡһынды. Бәләкәстәргә күңел асыу урындары эшләне.

Сәхнәлә барған бай йөкмәткеле концерт байрам кәйефен тағы ла арттырҙы. Еңеү яҙын яҡынайтыусылар алдында мәктәп уҡыусылары, ижади коллективтар сығыш яһаны. Райондың тыл һәм хеҙмәт ветерандары осрашыуҙа күҙ йәштәренә лә ирек ҡуйҙы, сөнки уларҙың барыһының да ауыр бала сағы, яҡындарын юғалтыу тойғолары урап үтмәгән. Ә бөгөн ветерандар тыныс тормошҡа һөйөнөп бөтә алмай.

12 йәш тулғанда һабан һөрөргә тура килде. Бер гектар ер һөрһәң, 1 кг арыш икмәге бирәләр ине. Ул көндө өйҙә ҙур байрам. Беҙгә бер кем дә эшләгеҙ тимәне. Әсәйебеҙҙәргә еңелерәк булһын тип ңҙебеҙ ылыҡтыҡ.

Абдрахман Абдуллин, тыл ветераны

Яланда тамашасылар ҡайнар сәй, һалдат бутҡаһы менән һыйланды. Байрам Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарға, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына тағы ла бер тапҡыр ихтирам һәм иғтибар күрһәтте. Ә был тойғолар дәһшәтле йылдарҙы кисергән ололарға иң мөһиме.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ