Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм республикала йәшәүсе барлыҡ халыҡты Еңеү көнө менән үҙенсәлекле ҡотланы.
Улар "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә флешмоб ойошторҙо. Сараға 30 патруль экипажы һәм йөҙҙән ашыу ябай автомобиль йәлеп ителде.
Ғәҙәти булмаған ҡотлау сараһы ҡош бейеклегенән камераға төшөрөлгән. Интернетҡа һалынған видеояҙманы меңдәрсә кеше ҡарап өлгөргән.




