Ун минут эсендә Һамарҙан килгән профессиональ техниктар пиротехник ҡоролманан 2 мең самаһы залп бирҙе. Бар система компьютер ярҙамында идара ителде.
Байрам ҡунаҡтары күк көмбәҙен төрлө төҫтәргә мансыған ҡәнәферҙәр, пион сәскәләре һәм башҡа ҡатмарлы элементтарҙы үҙ эсенә алған фейерверктың шаһиты булды.
Күркәм тамашаны республика йәшәүселәр ҙә күҙәтә алды. Беҙҙең канал байрам салютын тура эфирҙа күрһәтте.




