Туймазыла теркәлгән янғында зыян күреүселәр бар

Кисә кис Туймазы ҡалаһының Ленин тыҡрығында урынлашҡан ағас йорт яныуы хаҡында мәғлүмәт алына. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр сыға.

Фото №1 - Туймазыла теркәлгән янғында зыян күреүселәр бар

Янғын хаҡында мәғлүмәт 23:39 сәғәттә алына. Асыҡланыуынса, ағас йорт утҡа ялмап алынған була. Ваҡиға урынында 9 берәмек техника һәм 19 ҡотҡарыусы эшләй. Янғынды 00:43 сәғәткә һүндерәләр.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүселәр бар. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ