Хәйбулла районында ғинуар айы аҙағында хәбәрһеҙ юғалған 27 йәшлек егеттең үле кәүҙәһе табыла. Был хаҡта юғалған егеттең әсәһе хәбәр итә.
Бөгөн, унынсы май, Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Замир Бәхтиевтың кәүҙәһе баҫыуҙа табыла. Әлеге ваҡытҡа үлем сәбәптәре асыҡлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 йәшлек Замир Бәхтиев йортонан сығып китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Уны эҙләү менән ирекмәндәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.




