Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Синоптиктар алдағы көндәрғә мәғлүмәт бирҙе. Йылы һәм аяҙ көндәр көтөлә, урыны менән ямғыр яуып үтеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта, һауа температураһы +15, +20° тәшкил итәсәк.

Фото №1 - Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 10 май республикала урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә +2, +7° йылы, урыны менән -3 градусҡаса һыуытасаҡ. Көндөҙ +9, +14°, республиканың көньяғында +19°. 11 май төндә шундай уҡ һауа температураһы һаҡланасаҡ, республиканың төньяғында ҡырау төшөүө көтөлә. Көндөҙ+10, +15°, урыны менән +20 градусҡаса эҫетәсәк.

12 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Көндөҙ көслө ел сығасаҡ. Төндә һауа температураһы +2, +7°. Көндөҙ +10, +15°.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ