Өфөлә йәшәүселәрҙе «Чемпиондар иле» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

13 майға тиклем «Чемпиондар иле» конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә. Сара футбол буйынса донъя чемпионатына арнала. Спорт ярышында Рәсәйҙә йәшәгән 35 йәшкәсә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүселәрҙе «Чемпиондар иле» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Конкурс еңеүселәре футбол буйынса донъя чемпионатына билет, аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Сарала ҡатнашыу өсөн страначемпионов.рф. сайтында алдан теркәлеү мөһим.

Конкурс һөҙөмтәләре 3-5 июндә Мәскәүҙә билдәләнәсәк, Бөтә Рәсәй «Чемпиондар иле» медиафорумы сиктәрендә еңеүселәре бүләкләү ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ