Өфөлә законһыҙ урынлаштырылған дүрт гараж һүтелә

Киров районында гараждарҙы һүтеү эше дауам итә. 8 майҙа бер нисә урамда законһыҙ урынлаштырылған 4 гараж һүтелә.

Фото №1 - Өфөлә законһыҙ урынлаштырылған дүрт гараж һүтелә

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 8 майҙа Кувыкин урамы, 6/1, Мөбәрәков, 7/2, Аврора ур, 5/9 адрестары буйынса гараждар алына. Күп осраҡта һүтелгән гараждар урынында сүп-сар ҡалдыҡтары ҡала. Шулай уҡ, күптәре был тимер ҡумталарҙы законһыҙ коммерция урынына әйләндерә.

Һүтелгән гараждар урынын төҙөкләндереү ҡаралған. Урында йәшәүселәр өсөн ял итеү урындарын булдырыу күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ