Башҡортостанда төбәктәге халыҡтың ситкә китеү статистикаһына һөҙөмтә яһанылар. Ғинуар, февраль һәм март айҙарында 10,8 мең кеше республиканы ҡалдырып, ситкә китә. Шул уҡ ваҡытта, 9,1 мең кеше Башҡортостанды йәшәү урыны итеп ҡабул итә.
Ағымдағы йылдың тәүге кварталы буйынса, Башҡортостандан 1 747 кеше ситкә китә. Был һан, уҙған йылдың тәүге кварталы менән сағыштырғанда, 94 кешегә күберәк. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 19 мең кеше республика эсендә йәшәү урындарын үҙгәрткән. Өфө, Нефтекама, Октябрьск, Кумертау һәм Сибай ҡалаларында халыҡ һанының артыуы күҙәтелә.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда Башҡортостандан 2 607 кеше ситкә күсеп киткән. 2016 йылда7 390 кеше башҡа төбәктәрҙе үҙ иткән.
Фото: Интернет.




