Аҡса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы Еңеүҙең 73 йыллығына арнала, уның күләме 10 мең һум. Матди түләүҙәр май һәм июнь айҙарында пенсияға ҡушып тапшырыла. Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, ветерандарға тейешле аҡса бүленгән, уны түләүҙәр менән өҙөклөк булмаясаҡ.




