19 майҙа күләмле музей акцияһы үтәсәк. Республиканың музейҙары был акцияла һигеҙенсе йыл рәттән ҡатнашасаҡ. Быйылғы йылда сара ике мөһим тема буйынса ойоштороласаҡ.
19 май кискеһен йөҙ музей үҙ ишектәрен асасаҡ. Бынан тыш, акцияға «Рәсәй-минең тарихым» тарихи паркы, Х.Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһы, шулай уҡ контакт зоопарк та ҡушыласаҡ. Быйылғы йылда сарала яҡынса 45 000 кеше ҡатнашасаҡ.
17:00 сәғәттә почта музейында тантаналы асыу сараһы үтәсәк. Музейҙа үтәсәк саралар музейҙар сайтында күрһәтеләсәк. Барыһында төнгө музейға саҡырабыҙ.




