Ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған документта билдәләнеүенсә, транспорт сараһының техник торошон тикшереүсе станция хеҙмәткәре был картаға кәрәкле тамғалар ҡалдыра. Шулай итеп, унда автомобилдең төҙөк урындары һәм бар етешһеҙлектәре сағыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшәрәбеҙ, транспорт сараларына техник тикшереү үткәреүҙең яңы ҡағиҙәләре һуңғы тапҡыр быйыл февралдә ғәмәлгә ингәйне. Был үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер автомобилселәрҙә авария сәбәпле, туҡтап тороу билдәһе һәм янғын һүндереү һүндергес кенә түгел, ә "аптечка" ла булырға тейеш. Руль көсәйткестә етешһеҙлектәр теркәлһә, яңы регламент нигеҙендә, машинаны йөрөтөү тыйыла. Ҡышҡы тәгәрмәстәргә күскән ваҡытта уларҙың дүртеһе лә бер иш булыуы мотлаҡ.




