Ҡарауһыҙ ҡалған йорт

Ҡарауһыҙ ҡалған социаль торлаҡ ҡасан төҙөкләндерелер?! Белорет ҡалаһында былтыр ун биш етем балаға яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырыла, әммә шатлыҡ оҙаҡҡа бармай. Ҡышҡыһын торлаҡта йәшәүселәрҙең мөлкәте һыу аҫтында ҡала, бинала эске яҡтан етешһеҙлектәр барлыҡҡа килә.

Фото №1 - Ҡарауһыҙ ҡалған йорт

Обойҙағы һары таптар ҡышҡыһын булған күңелһеҙ хәл хаҡында иҫтәлек. Ольга үҙен танытмауҙарын һораны, ҡыҙҙың киләсәге өсөн борсолоуы аңлашыла. Былтыр апаһы менән бергә ул социаль программа буйынса Белорет ҡалаһының Шайморатов урамында урынлашҡан яңы йорттан фатир асҡысы ала. Әммә ҡыуаныс оҙаҡҡа бармай. Хәҙер бинала яңынан эске яҡтан биҙәкләү эштәрен башҡарырға кәрәк.

Стенан һыу шарлауыҡ кеүек аҡты. Беҙ һыуҙы биҙрәләп йыйҙыҡ. Ул көндө электр уты һүнгәйне, шунлыҡтан кешеләр йәшәмәгән фатирҙарҙа ҡаҙандар тоҡандырылмай, һыуыҡта йылылыҡ ҡоролмаһы сафтан сыға. Баҫым төшкәс, күрәһең, торбанан һыу урғыла. Беҙҙең саҡырыу буйынса махсус комиссия ла йортто ҡарап сыҡты, компенсация түләнәсәк тинеләр. Әммә әлегә ҡасан матди ярҙам булыры билдәһеҙ.

Ольга, Фатир хужаһы

Өс ҡатлы торлаҡта бөгөн тиҫтәгә генә яҡын кеше йәшәй, фатирҙарҙың күбеһе һаман да хужаһыҙ, һатылмаған. Уларҙың һыу баҫыуҙан һуң ниндәй хәлдә ҡалыуы билдәһеҙ. Фотоһүрәттәрҙә күренеүенсә, бинаның тышҡы яғы, хатта, боҙға күмелә.

Өсөнсө подъезд иһә бөтөнләй ташландыҡ хәлдә. Бында бер кем дә йәшәмәй. Шунлыҡтан ҡышҡыһын йылылыҡ системаһы ла эшлектән сыға. Күреүегеҙсә, ҡыйыҡтан һыу ағыу сәбәпле, бында ла штукатурка ҡубып ҡойола башлаған. Шулай уҡ кафель емерек хәлдә.

Етемдәр киҫкен проблеманың хәл ителеүен көтә. Төрлө инстанцияларға хаттар ҙа яҙыла. Төп һорау - күп фатирлы йорттағы етешһеҙлектәр өсөн кем яуаплы?!

Был йортто Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды төҙөнө. Был эштәрҙе алып барырға уларҙың хоҡуҡтары булды. Төҙөлөү эштәре барған ваҡытта, ҡала хаҡимиәте был йорттан 15 фатир һатып алды.

Вячеслав Калугин,Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондынан хәбәр итеүҙәренсә, объектта төҙөкләндереү эштәре быйыл йәй башланасаҡ.

Был хәлдән һуң ҡала хакимиәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм хөкүмәт менән берлектә кәңәшмә ойошторолдо. Зыян күргән һатылмаған фатирҙар фонд иҫәбенә йәйгеһен яңынан ремонтланасаҡ. Ә бына дөйөм ҡулланыу урындары һәм етем балалар йәшәгән квадрат метрҙарҙа төҙөкләндереү эштәрен идарасы компания урындағы хакимиәт менән берлектә башҡарырға тейеш.

Алексей Гавва, Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе
Башбат

Идарасы компания бар, хеҙмәтләндереүгә килешеү ҙә төҙөлгән тиҙәр. Тик фатир хужалары был хаҡта хәбәрҙар түгел ине. Бина инде нисәнсе ай тәртипкә килтеререлмәй. Киҫкен проблема ла бит тап шул бығаса идарасы компания булмағанлыҡтан барлыҡҡа килгән булыуы билдәле. Ҡарауһыҙ ҡалған йортта тиҙҙән йәшәү шарттары яҡшырыр тип көтөлә

Автор: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ