Ғафури районында "Восход" ауыл хужалығы предприятиеһы тәүгеләрҙән булып татлы тамыр сәсеүгә тотонған. 9 йыл элек үҙ эшен 350 гектарҙан башлаған хужалыҡтың сәсеү майҙандары 6200 гектарға тиклем киңәйтелгән. Арпа, ужым һәм ярауайҙар, һоло, аҡ люпник һәм горчица сәселә.
Хужалыҡтың техника паркы ла бай: 20 трактор, 2 сөгөлдөр йыйыу комбайны, сәсеү компекстары, культиваторҙар. Һауа шарттары ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Ғафури аграрийҙары сәсеүҙе ойошҡан рәүештә үткәрергә ниәтләй. Был баҫыуҙарҙың гектарынан уртаса 350 центнер татлы тамыр алырға иҫәп тоталар.
Хужалыҡ шулай уҡ ҡошсолоҡ менән дә шөғөлләнә.
Ломан-корал төргә ҡараған 40 мең тауыҡ ҡайтарып 15 меңен шәхси хужалыҡтарға һатҡандар. Ҡалғандары ошо фермала һатыуға сығарыу өсөн тауар йомортҡаһы етештерә.
Ломан-Корал тоҡомло тауыҡтар үткән йылдың декабрендә Свердловск тоҡомсолоҡ заводынан ҡайтарылған. Улар ҡыш буйына үҫтерелеп, бер аҙна элек кенә ошо цехҡа күсерелгән.
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Фәйзуллин тәүҙә "Восход" хужалығында баш агроном һәм етештереү буйынса урынбаҫар булып эшләй. Үткән йыл үҙ эшен аса. Хужалығында 17 баш йылҡы малы, 800 баш романов һәм меринос тоҡомло һарыҡ үрсетә.
Йәш һәм өмөтлө етәксенең ҡул аҫтында эшләүселәр үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Ваҡ мал ҡараусылар аҙыҡ рационын теүәл иҫәпләгән. Ферма мөдире белдереүенсә, һарыҡ бәрәстәре тыуғандан алып яҡшы ветеринар күҙәтеүе аҫтында.
Ғафури районының "Восход" ауыл хужалығы предприятиеһында 55 кеше эш менән тәьмин ителгән. Киләсәктә малсылыҡ тармағын тағы ла яңы баҫҡысҡа күтәреп, ҡымыҙ етештереүгә лә тотонмаҡсылар.




