Гөл-сәскәле Өфө

Өфөнөң Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығында үҙ көстәре менән сәскәләр үҫтерәләр.

Фото №1 - Гөл-сәскәле Өфө

Быйыл бөтәһе 30 меңдән ашыу бер йыллыҡ сәскәләр кассеталарға сәселгән. Сәскәләр йыл башынан үҫтерелә башлай. Биналарҙа улар өсөн тейешле йылылыҡ һәм яҡтылыҡ булдырылған. Ҡырауҙар бөтөп, көндәр йылыныу менән үҫентеләр Совет районының Киров, Революция,Сәғит Ағиш урамдарында , Салауат Юлаев проспектында махсус схема буйынса тупраҡҡа ултыртыласаҡ.

Бархатцы, 4 төр петуньялар үҫтерәбеҙ алһыу, аҡ, ҡыҙыл һәм силәбе. Совет районын сәскәгә күмер өсөн 30 мең сәскә кәрәк.

Нәйлә Байгилдина, Өфөнөң совет районы йәшелләндереү хужалығы бригадиры

Былтыр 20-22 мең сәскә үҫтергәйнек, ә быйыл 30 мең сәскә үҫтерҙек.

Таһир Ишҡолов,Өфөнөң Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе урынбаҫары

Автор: Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ