Тарих биттәренә сәйәхәт

Еңеү көнө уңайынан "Рәсәй - минең тарихым" мультимедиялы паркы буйлап бушлай экскурсиялар ойошторолдо.

3-Д инсталляциялар, интерактив таҡталар һәм проекциялар менән йыһазландырылған мөһабәт залдарҙы ҡарарға биш йөҙҙән ашыу кеше килде. Улар араһында мәктәп уҡыусылары күп булды. Малай-ҡыҙҙар музейҙа ойошторолған төрлө викториналарҙа ҡатнашып, белем кимәлен камиллаштырҙы. Шулай уҡ урында документаль фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтелде. Музейға тәүге тапҡыр экскурсияға килеүселәр заман технологияларының ҡулланылышын юғары баһаланы.

Беҙҙең халыҡҡа әйтер һүҙҙәребеҙ бик күп, сөнки бында Бөйөк Ватан һуғышына арналған киноларҙан өҙөктәр бик күп һәм шулай уҡ шул йылдарҙа яңғыраған, кешеләрҙе алға әйҙәгән, йырҙар.

Әлфирә Әсәҙуллина "Рәсәй - минең тарихым" мультимедиялы паркы хеҙмәткәре

Мультимедиялы музейҙың майҙаны - 7 мең квадрат метр самаһы. Экспозициялар буйлап сәйәхәт биш сәғәткә иҫәпләнгән. Тарихи парк Рәсәй дәүләте барлыҡҡа килгәндән алып хәҙерге заманға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Күргәҙмәне икенсе төрлө "Ватан тарихы дәреслеге" тип тә йөрөтәләр.

Оло байрам көнөндә бында булыуыма бик шатмын ейәнем менән бергә килдем. Ул уҙебеҙҙең тарихты белергә тейеш, бәләкәй саҡтан белеп үҫһен өсөн алып килдем.

Суфия Иманғолова Өфөлә йәшәүсе