Советтар Союзы Геройы китабы

Иглин районында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы, авиация генерал-майоры Михаил Шишковтың хәрби летчиктар батырлығына арналған китабы урындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды.

Ҡәҙерле аманатты яҡташтарына геройҙың үлеменә өс йыл үткәндән һуң уның һеңлеһе Ольга Шишкова бүләк итте. Һуғыш йылдарында Михаил Шишков 187 хәрби осош һәм 31 торпеда атакаһы башҡара. Уның иҫәбендә 12 батырылған дошман корабле һәм ҡеүәтле танкер. 1944 йылдың 5 ноябрендә Иглин районы Кальтовка ауылы батырына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ете Советтар Союзы Герой сыҡҡан төбәктә батыр иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана.

Михаил Федорович Шишков тере саҡта васыят әйтеп ҡалдырған, өс китап яҙған, ул летчик-торпедист булараҡ Ленинград фронтында ҡатнашҡан, бик күп фашист ғәскәрҙәрен батырған.

Сәйфулла Айытҡолов, Иглин районының ветерандар советы рәйесе