Күптән түгел урындағы 9-сы балалар баҡсаһы "Ҡурай" башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштергән.
Коллектив алдында ниндәй сәхнә әҫәренә өҫтөнлөк бирергә тигән һорауға яуап тиҙ арала табыла. Улар бер тауыштан Көньяҡ Уралды төйәк итеүсе төп халыҡтың этник әкиәтен һайлай. Тәрбиәселәрҙең бындай тәҡдимен ата-әсәләр ҙә күтәреп ала. Иң тәүҙә башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән кейемдәр әҙерләгән. Ә инде балалар үҙҙәренә йөкмәтелгән актерлыҡ һөнәренә ҙур иғтибар йүнәлткән. Был спектаклде кескәйҙәр иң тәүҙә Магнитогорск ҡалаһының балалар баҡсаһынан йыйылған хеҙмәткәрҙәр алдында сығыш яһаған. Улар тамашаны йылы ҡабул итеп, тағы ла күрһәтеүҙәрен һораған. Иң һоҡландырғаны, ошо әкиәтте ҡуйыусы хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек, шулай уҡ балалар ҙа рус милләтенән. Төп ролде уйнаған Ирек исемле малай ғына бер аҙ тыуған телендә һөйләшә. Был турала социаль селтәрҙәрҙә мәғлүм булыу менән Магнитогорск ҡалаһы тәрбиәселәре оло ихтирам уятты. Күптәр уларҙың изге башланғысы беҙҙең республикалағы ҡайһы бер балалар баҡсаларына үрнәк булырҙай күренеш булыуын билдәләне.




