Бөгөн баш ҡалала Фольксваген автомобиле туҡталышта торған ике ҡатынды бәрҙерә

Юл транспорт ваҡиғаһы иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә СССР-ҙың 50 йыллығы һәм Клавдия Абрамова урамдары киҫелешендә теркәлә.

Фото №1 - Бөгөн баш ҡалала Фольксваген автомобиле туҡталышта торған ике ҡатынды бәрҙерә

Шаһиттар һөйләүенсә, машина боролоштан ҡапыл килеп сыҡҡан. Туҡталышта торған ике ҡатын өҫтәренә менеп барған автомобилде абайлап та өлгөрмәй. Машина йәйәүлеләрҙе бәрҙергәндән һуң да хәрәкәтен дауам итә. Яҡында торған кибет кенә тонна ярымлыҡ техниканы туҡтата. Ваҡиға шаһиттары водителде алкоголь йә иһә наркотик тәҫирендә, тип уйлаған.

Воитель ҡатынмы әллә ир икәнен күрмәнем, ләкин туҡтатып булманы, сөнки водитель хәрәкәтен дауам итә ине.

Артур Әхәтов, Ваҡиға шаһиты

Һуңынан асыҡланыуынса, руль артындағы ир өйәнәктән яфаланған. Беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында иномарка водителе әйтеүенсә, ул рулдә китеп барған ерҙә аңын юғалта, һәм артабан нәмә булғанын хәтерләмәй ҙә.

Һис бер нисек аңлай алмайым нисек улай килеп сыҡҡанын, бер нәмә лә иҫләмәйем.

Андрей Большаков, Volkswagen водителе

Зыян күргән ике ҡатынды ла 21-се ҡала клиник дауаханаһына алып килгәндәр. 25 йәшлек ҡыҙҙың хәле ауыр, тип баһалана. Табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырыша. Тәфтишселәр иһә, авария сәбәптәрен асыҡлау һәм водителдең версияһын тикшереү өҫтөндә эшләй.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ