Һәләтле балалар менән эшләү системалы алып барылырға тейеш. Был турала бөгөн Республика башлығы граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытында белдерҙе.
Рөстәм Хәмитовҡа тиҫтәгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Бөгөн күпселек һорауҙар мәғариф системаһына ҡағыла. Атап әйткәндә, Өфөнөң Дим районы Баланов ҡасабаһында мәктәп һәм балалар баҡсаһы, Иглин ауылында мәктәп төҙөү, Ғафури районының Табын ауылында коррекция мәктәп-интернаты эшмкәрлеген дауам итеү хаҡында. Күтәрелгән барлыҡ проблемалар буйынса ла яуап ыңғай, улар яҡын киләсәктә хәл ителергә тейеш.
Ә бына һәләтле балыларға ҡағылған мөржәғәт буйынса оҙайлы һәм системалы эш талап ителә. Был һорауҙы Республика инженер лицей-интернатында белем биргән йәш педагогтар күтәреп сыҡты. Сөнки әлеге ваҡытта халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүсе Башҡортостан уҡыусыларының ситкә китеүе күҙәтелә. Сәбәп матди яҡтан дәртләндереүгә бәйле. Мәҫәлән, Мордовияла яҡшы уҡыған балаларға, бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призерҙары һәм еңеүсәлеренә стипендиялар түләнә. Әле Башҡортостандан ике үҫмер Мордовияға уҡырға киткән һәм химия буйынса олимпиадаларҙа ошо республиканың данын яҡлай.




