Үкенсескә ҡаршы мәғариф системаһында башҡа хәл итәһе мәсьәләләрҙә етәрлек. Алкин шифаханаһы ауылында йәшәүсе балалар мәҫәлән биш километр алыҫлыҡтағы мәктәпкә йәйәү йөрөргә мәжбүр.
Был турала үткән йыл аҙағында уҡ яҙма күрһәткәйнек инде. Шишмә районы етәкселеге мәсьәлә тураһында хәбәрҙар булыуын һәм тиҙ арала автобус аласаҡтарын вәғәҙәләне. Ләкин асыҡланыуынса, мәктәп транспорты һаман юҡ. Балалар әлегәсә күрше Алкин-2 ауылындағы мәктәкә юлдың яртыһын йәйәүләп яртыһын федераль трассала йөрөгән маршрут автобусарында үтергә мәжбүр. Белем үрҙәренә илтәкән юл михнәттәре тураһында киләһе яҙма.
Кескәй Алинананың көнө лә башҡа тиҫтерҙәренекенән бер ҙә айырылмай. Иртә менән автобуста мәктәпкә бара, дәрестәр бөткәс тә транспорт менән генә йортона ҡайтып төшә. Ләкин башҡаларҙан айырмалы автобус мәктәптеке түгел, ә юл ыңғайында ниндәйе эләгә. Юл да машиналар геүләп торған федераль трасса аша ята. Ә был инде һис тә балаларса түгел. Өҫтәүенә ҡайһы саҡта ҡалған юлды йәйәүләп тә үтергә тура килә.
Был хәүефле маршрутты Алкин ауылынан көн дә егермегә яҡын бала үтә. Көҙгө ямғырҙарҙа, ҡышҡы бурандарҙа ла белем артынан биш саҡырым юл. Күрше генә урынлашҡан Йоматау шифаханаһы ауылында мәктәп бар ҙа, ләкин ул Өфө районына ҡарай.
Хәбәрсе. Алкин-2 ҡасабаһындағы мәктәптең ике автобусы бар. Улар күрше Уҙытамаҡ, Сәлих, Баҡса ауылы балаларын йөрөтөү өсөн файҙаланыла. Тик бына Алкин ауылына барып етмәйҙәр. Шишмә районы хакимиәте был мәсьәлә тураһында хәбәрҙәр. Үткән йыл махсус транспорт буласаҡ тип тә вәғәҙәләгәйнеләр. Ләкин балалар тура килгән маршрут автобусында йөрөүен дауам итә. Республиканың мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, Алкин ауылы балалары өсөн быйылғы уҡыу йылы ла техникаһыҙ ғына тамамланасаҡ, күрәһең.
Ләкин балалар автобус юҡ тип еңел юлды һайларға йыйынмай ҙа. Яҡшы белем алыу өсөн улар хәүефле юлдан тиҫтәләгән километрҙар үтергә әҙер. Уҡымышлы кеше булып үҫеп, балалар мәнфәғәтенә ҡағылышлы закондарҙы тәртипкә килтереп документтатрҙы тиҙерәк имзалау өсөн.




