«БашРТС» компанияһы йылытыу миҙгеле тамамланыуы хаҡында иғлан итте.

Өфө ҡала хакимәте йылытыу миҙгелен бөгөндән тамамлау тураһында ҡарар ҡабул иткән. Баш ҡаланан тыш, 2017-2018 йылдарҙағы көҙ-ҡыш миҙгеле рәсми рәүештә тағы ла алты ҡалала: Стәрлетамаҡта, Салауатта, Сибайҙа, 3 майҙан Ишембайҙа, 7 майҙан Ағиҙелдә һәм бөгөндән Нефтекамала тамамланған. Иртәгә Благовещен ҡалаһында ла йылытыу миҙгеле туҡтатыла.

Автор: Гөлдәриә Йосопова