Бәләбәй ҡалаһында рөхсәт ителмәгән нефть шламын һаҡлау урыны асыҡланған.
Май башында интернетта урындағы предприятие биләмәһе ағыулы шыйыҡсалар менән тулып ятыуы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Ваҡиға шаһиттары хәүефле ҡалдыҡтарҙан торған тау өйөмдәрен видеоға ла төшөрөп һалған. Был хәбәр шунда уҡ активистарҙа һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан..
Бәләбәй ҡалаһының элекке тәжрибә-механик заводы майҙансығы нефть ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу өсөн ҡулланылған. Активистар углеводород менән байытылған шыйыҡ масса тирә-яҡ мөхиткә, шул иҫәптән кеше һаулығына хәүеф менән янай тигән фекерҙә. Шуға ла улар нефть ҡатнашмаһын бойондороҡһоҙ лабораторияға тикшертеүгә йүнәлткән.
Был турала билдәле булыу менән Бәләбәй район-ара прокуратураһы ла тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәүҙе тикшергән. Улар Нижневартовск экология компанияһы тарафынан ҡуртымға алынған майҙанда нефть ҡалдыҡтары һаҡланыуын асыҡлаған. Әммә шыйыҡсалар өсөн тәғәйенләнгән урын тейешле талаптарға яуап бирмәгән. Интернетҡа һалынған мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килеүен белеү өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары ла үҙ тикшереүен ойошторған. Был эшкә улар урындағы муниципаль власть вәкилдәрен һәм экологтарҙы лә йәлеп иткән.
Биләмәлә ятҡан нефть шламы Бишбүләк районындағы скважиналарҙы быраулағандан һуң килтерелгән. Яуаплы компания уларҙы 5-се класс хәүефһеҙлегенә тиклем еткереп ҡала полигонына ташыған. Ә инде киләсәктә көнкүреш ҡалдыҡтары менән тулған соҡорҙарҙың өҫтөн ҡаплау өсөн тап ошо төҙөлөш материалы ҡупланылырға тейеш булған.
Бөгөн Рәсәйҙә бындай шламдарҙы үтилләштереү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Составында нефть булған ҡалдыҡтар күләме буйынса сәнәғәт тармағында иң күбе һанала. Шуға ҡарамаҫтан уларҙы зарарһыҙландырыу өсөн һаман да элекке ысулдар киң ҡулланыла. Ҡайһы бер осраҡта был Бәләбәйҙәге кеүек ошондай аңлашылмаған хәлгә алып килә лә инде.




