Сәскә ғүмере - бер яҙ

Яҙҙың тәүге сәскәләре һатыуҙа. Баш ҡала урамдарында "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән, юғалыу хәүефе аҫтында булған үҫемлектәр күпләп тәҡдим ителә.

Яҙҙың тәүге сәскәһе һатыуҙа. Ҡиммәт түгел. Бер гөлләмә илле һумға ғына төшә. Тәбиғәт ҡосағы йәмен ҡайҙан таптығыҙ тигән һорауға, яуап тағы ла аптыратты.

Бәхеткә, был сәскәләр умырзая булмай сыҡты, ә елбәгәй. "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелмәгән. Шулай ҙа уны күпләп ялан-ҡырҙарҙан йыйып, баш ҡалала һатыуға сығарыуҙары - үҫемлек донъяһы өсөн ҙур хәүеф менән янай. Киләсәктә ул да Ер шарынан юғалмаҫ тимә. Тик асарбаҡтар өсөн был яңылыҡ бер ниҙә тормай.

Яҙҙың тәүге сәскәләрен һатып алыусылар булмаһа, бәлки, уларҙы өҙөүселәр ҙә булмаҫ ине.

Хәтәр бизнес. Тәбиғәт матурлығын үҙ ҡулдарыбыҙ менән бөтөрәбеҙ түгелме?!

Халыҡҡа был сәскәләрҙе өйгә алып ҡайтырға кәңәш итмәҫ инем, улар һыуҙа оҙаҡ тормай. Тәбиғәт ҡосағын йәмләһендәр. Әгәр елбәгәйҙе йолҡоп алалар икән, тимәк, киләһе йылға орлоҡтары ла булмаясаҡ. Улар былай ҙа юғалыу хәүефе аҫтында.

Светлана Денисова, Биология фәндәре кандидаты

Хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт итәм тип, "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышыусыларҙың булыуы ҡыуандыра. Ысынлап та, тәбиғәткә зыян килтереүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.

Республикала "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән үҫемлектәр донъяһына зыян килтергән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыусылар күпме?! Статистика ниндәй?! Был һорау менән беҙ бөгөн төрлө ведомство вәкилдәренә мөрәжәғәт иттек, әммә аныҡ ҡына яуап булманы. Әйткәндәй, умырзая әле һаман да тәбиғәт ҡосағына йәм өҫтәй. Баш ҡала халҡы был матурлыҡтҡа Ботаника баҡсаһы биләмәһендә һоҡлана ала. Дөрөҫ, һоҡлана ғына ала.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина