Башҡортостанда урмандар яна. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәк биләмәһендә теркәлгән тәбиғәт янғындары хаҡында мәғлүмәт бирҙе. 11 май иртәһендә Белорет районында 9,4 гектар ерҙә урман яна, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Янғын һүндереүгә һигеҙ кеше йәлеп ителә.
Билдәләргә кәрәк, бөгөн республикала янғын ҡурҡынысының юғары кимәле һаҡлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, тәбиғәт янғындарын булдырмау маҡсатында, сүп-сар һәм ҡоро үләнде яҡмаҫҡа тәҡдим итә.
10 майҙа республика биләмәһендә биш янғын һүндерелә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Илеш райондарында ҡоро үләнгә ут тоҡанған була.




