Башҡортостанда 11 май көнө янғын хәүефенең юғары кимәле һаҡлана

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер райондарҙа 11 майҙа янғын хәүефенең юғары кимәле һаҡланасаҡ. Шулай итеп, 1, 3 класлы, ә урыны менән 2 һәм 4 класлы янғын сығыу ҡурҡынысы көтөлә.

Көйөргәҙе һәм Хәйбулла райондарында янғын сығыу хәүефенең 4-се класы һаҡлана. Был осорҙа урмандарҙа бәләкәй генә ялҡындан да ут сығып китеү хәүефе ҙур. Уттың тиҙ таралауы өҫтәлмә янғын усаҡтарын барлыҡҡа килтерә. Шуға күрә, урында йәшәүселәрҙе, ут менән эш иткәндә, иғтибарлы булырға саҡыралар. Ҡоро үлән һәм сүп-сар яғырға тыйыла.

Янғын хәүефенең дүртенсе класы ҡуйылған урмандарға әлегә йөрөмәү кәңәш ителә. Белгестәр был урындарҙы контролдә тота. Әгәр ҙә һеҙ янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, был хаҡта тиҙ арала 01 йәки 101 номерына хәбәр итегеҙ.

Фото: Интернет