15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған байрам сараһы уҙасаҡ. Байрамда 200 кеше ҡатнашыу күҙаллана.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам йәмғиәттә ғаилә ролен арттырыу, шулай уҡ ата-әсәләр һәм балалар араһында берҙәмлек ептәрен нығытыу маҡсатында үткәрелә. Сара барышында ижади мастер-кластар, балалар өсөн уйындар, фотокүргәҙмә ойоштороу күҙаллана. Шулай уҡ, концер программаһы әҙерләнә.
Сара «Нур» театрында үтәсәк. Мастер- кластар сәғәт икелә, концерт программаһы- 15:00 сәғәттә башлана.
Фото: Интернет




