Өфөнөң Киров районы прокуратураһы Өфө дәүләт авиация университетының 67 йәшлек уҡытыусыһын ришәүәт алыуҙа ғәйепләй.
Уҙған йылдың декабрь айында юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы үҙ дисциплинаһы буйынса 32 студенттың белемдәрен тикшермәйенсә, кенәгәгә зачет ҡабул итеү тураһында тамға ҡуя. Бының өсөн ул һәр береһенән 500 һум күләмендә аҡса ала. Был хаҡта студенттарҙың береһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.





