Урында йәшәүселәргә йәрминкәлә баҡса өсөн кәрәкле әйберҙәр тәҡдим ителәсәк. Сауҙа«Волна» скверы ҡаршыһында ойоштороласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баҡсасылар орлоҡтар, үҫентеләр, ашламалар, шулай уҡ йәшелсә-емеш һатып ала аласаҡ. Йәрминкә 12 майҙа үтәсәк. Сарала ойошма-предприятиелар, баҡсасылар ҡатнашасаҡ.
Ҡыҙыҡһындырған һрауҙар менән 2290413 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Сауҙа ваҡыты сәғәт туғыҙҙан дүрткә тиклем.




