Башҡортостанда йәшәүсе ир наркотиктарға бәйле өс енәйәт эшен ҡылыуҙа ғәйепләнә

Белоретта наркотиктар етештереү, уларҙы һаҡлау һәм наркопритон ойоштороуҙа 36 йәшлек ир ғәйепләнә. Законһыҙ эш итеү туҡтатыла.

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүсе ир наркотиктарға бәйле өс енәйәт эшен ҡылыуҙа ғәйепләнә

Уҙған йылда урында йәшәүсе ир киндер үләнен йыйып, уны киптерә. Үләндең бер өлөшөнән ул гашиш майын етештерә. Шулай уҡ, ул мәктән опиум әҙерләй. Был наркотик матдәләрҙе өй шарттарында әҙерләй. Тикшереү ваҡытында, фатирҙан бер килограмм марихуана, киндер майы табыла.

Бынан тыш, наркотиктарҙы ир дуҫтары менән ҡулланған. Осраҡ буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ