Өфөлә табип ялған медицина документтары өсөн яуап тотасаҡ

Өфөлә йәшәүсе 68 йәшлек ҡатын ялған документтар менән эш итеүе өсөн яуап тотасаҡ. Атап әйткәндә, диспансеризация хаҡында ялған мәғлүмәт бирә. Прокуратура был осраҡ буйынса енәйәт эшен судҡа тапшыра.

Фото №1 - Өфөлә табип ялған медицина документтары өсөн яуап тотасаҡ

Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 44-се поликлиника табибы биш кешенең медицина картаһына ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәт индерә. Уға ярашлы, табип тарафынан пациент тикшереү үтә. Ә ысынбарлыҡта, был эш башҡарылмай. Юғары күрһәткестәр менән ялған документтар страховкалаусы медицина ойошмаларына йүнәлтелә.

Ҡулға алыныусы үҙ ғәйебен таный. Енәйәт эшен судҡа тапшырғандар. Тикшереү эше дауам итә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ