Республикала сауҙа үҙәге ябыласаҡ

Башҡортостандағы күләмле сауҙа үҙәктәренең береһен ябыласаҡ. Стәрлетамаҡта урынлашҡан «Юго-Западный» сауҙа үҙәге 8 июндән үҙ эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Фото №1 - Республикала сауҙа үҙәге ябыласаҡ

Агентлыҡҡа сауҙа үҙәге вәкиле һөйләүенсә, үҙәк ун биш йыл дауамында эшләй. Хәҙерге ваҡытта бина төҙөкләндереүгә мохтаж. Ремонт эштәрен башҡарыу сауҙа үҙәген ваҡытлыса ябып тороуҙо талап итә.

8 июнгә тиклем сауҙа үҙәге штатлы режимда эшләйәсәк. Сауҙа үҙәге хакимиәте килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ