Өфөлә «Таҙа яр буйы – 2018» экологик акция үтте

Октябрь районында экологик акция үтте. Сара 155-се лицей тарафынан бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйылғы йылда акция республика менән ЮНЕСКО –ның 20 йыл хеҙмәттәшлек итеүенә арналды.

Фото №1 - Өфөлә «Таҙа яр буйы – 2018» экологик акция үтте

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биҫтәлә йәшәүселәр һәм лицей уҡыусылары Өфө йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Өмә барышында бихисап ҡый йыйыла. Был сүп-сарҙар тирә-яҡ мөхитте бысратыуға килтерә.

Акцияла ҡатнашыусылар, Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә экологик өмәгә ҡушылырҙар тип ышана. Сөнки күптәре Өфө йылғаһы буйында ял итергә яраталар. Ә барыһы ла арттарын сүп-сарҙы йыйып бармай. Биләмәләрҙе ҡыйҙан таҙартыу эше артабан да дауам ителәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ