Башҡортостанда йәшәүсе ир бер көн эсендә ике велосипед урлаған

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре урлауҙа һәм талауҙа ғәйепләнеүсене ҡулға ала. 25 йәшлек егет бер көн эсендә ике велосипед урлай. Асыҡланыуынса, быға тиклем дә ир хөкөм ителгән була.

Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урамда китеп барған саҡта, ҡарауһыҙ ҡалдырылған велосипедты күреп ҡала һәм ултырып ҡыуып алып китә. Бер аҙҙан ул үҫмерҙәрҙә тағы ла ҡыйбатыраҡ спорт велосипедын күрә. Ир ике тәгәрмәсле транспортта йөрөп торорға рөхсәт һорай.

Урланған велосипедты ҡалдырып, ир ҡыйбатлы транспортта үҙ юлын дауам итә. Тиҙҙән уны ҡулға алалар. Ҡулға алыныусы үҙ ғәйебен таный. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет