Өфөлә йәшәүселәрҙе сираттағы хеҙмәт урындары йәрминкәһенә саҡыралар

Өфө ҡалаһының Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге йәрминкәгә саҡыра. Сарала социаль хеҙмәт күрһәтеү, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлек өлкәһендә хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк. Йәрминкә 17 майҙа ойоштороласаҡ.

Йәрминкәлә табип, шәфкәт туташы, администратор, менеджер, ашнаҡсы, тәрбиәсе, педагог һәм башҡа һөнәр эйәләре хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл-торош буйынса мәғлүмәт аласаҡ. Бынан тыш, үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән белгестәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тыуасаҡ.

Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса сәғәт ундан ун икегә тиклем уҙасаҡ.