Бөгөн Өфөлә йәйәүле ҡатын внедорожникҡа тапалып саҡ иҫән ҡалды.
Авария Октябрь революцияһы урамында, республиканың Арбитраж суды бинаһы эргәһендә теркәлә.
Юғары тиҙлектә килгән "Мицубиши аутлендер" автомобиле ҡатынды йәйәүлеләр өсөн тәғәйен урында сығып барған мәлдә бәрҙерә. Көслө һуғылыуҙан ҡатындың аяҡ кейемдәре ситкә сығып оса. Дауаханаға оҙатҡанда зыян күреүсе үҙ аңында була. Табиптар әлегә уның хәлен күҙаллауҙан тыйылып тора. Беҙҙең телеканал асыҡлауынса, йәйәүле республика буйынса Эске эштәр министрлығының хоҡуҡи идаралығында эшләй. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана.




