Өфө ҡотҡарыусылары "Таҙа яр" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
30 майға тиклем дауам иткән сара сиктәрендә йылға-күлдәрҙең ярҙары сүп-сарҙан таҙартыласаҡ. Акцияға ирекмәндәр ҙә ҡушыласаҡ.
Бөгөн "Һалдат күлене"нең төбө тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартылды. Өмәлә дүрт төркөмгә бүленгән водолаздар отряды ҡатнашты.
Һыу һәм күлдәргә тормош -көнкүреш ҡалдыҡтарын, шешә ташлаусылар тәбиғәткә һәм башҡа ял итеүселәргә зыян килтереүҙәрен дә иҫтән сығармаһын ине, ти, ҡотҡарыусылар. Көндәр йылыныу менән халыҡтың һыу инеү урындары ләмдән, емерек шешәләрҙән, ағас тамырҙарынан таҙартылып, һыу төбө тикшереләсәк. Ҡотҡарыусыларҙың төп бурысы - граждандарҙың йәйге ял миҙгелен хәүефһеҙ һәм уңайлы итеү.




