Өфө илдең иң көслө студент-программистарын ҡабул итте.
Программалау буйынса Уралдың асыҡ чемпионаты ике көнгә иҫәпләнгән. Кубок өсөн ҡырҡ команда көрәшәсәк.Бығаса чемпионат Пермь, Силәбе, Ижевск һәм Екатеринбург ҡалаларында уҙғарылғайны.
Һуңғы ике йыл ул Башҡортостанда үтә. Ярышта һәр командаға ун биш задание бирелә, йәштәр биш сәғәт эсендә уларҙы сисергә тейеш. Республика данын быйыл Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары яҡлай. Шулай уҡ үҙ көсөн һынап ҡараусылар араһында мәктәп уҡыусылары ла бар. Ярышта яҡшы күрһәткестәргә ирешеүселәр киләсәктә илдең иң көслө Айти-компанияларына эшкә урынлаша аласаҡ. Төбәктең мәғлүмәтләштереү һәм "Асыҡ республика" системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты ла йәш быуындың стартап проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә.




