Рәсәй - Ҡаҙағстан дуҫлығы

Рәсәй ислам университеты менән Ҡаҙағстан республикаһы мосолмандары тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барасаҡ.

Фото №1 - Рәсәй - Ҡаҙағстан дуҫлығы

Бөгөн Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Яҡтар ислам донъяһындағы хәлдәр, киләсәктә дини йүнәлештә белем биреү өлкәһендә берҙәм эшмәкәрлек тураһында һөйләште. Тәү сиратта кадрҙар әҙерләү мөһим, тип билдәләнде. Сөнки республикала мәсеттәр күп, әммә имамдарға ҡытлыҡ бар, уларҙың күбеһе оло йәштә. Мосолман донъяһындағы ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Осрашыу һуңында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бер-беребеҙҙе аңлауы, уҡытыусылар һәм шәкерттәр менән дә алмашыуы бик еңел. Бөгөнгө көндә 780 шәкерт араһынан илле өсо БДБ илдәренән. Был бәйләнештәрҙе тағы ла нығытырға кәрәк.

Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй

Ҡаҙағстан вәкилдәре әйтеүенсә, Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнеш революцияға тиклем үк булған. Өфөләге "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә уларҙың шәкерттәре дини белем алған.

Ҡаҙағстан менән Рәсәй мосолман халыҡтарының ырыуҙары уртаҡ, менталитеттар һәм проблемалар бер үк.

Кәрим Шамшәдин, Египет Ислам мәҙәниәт университеты ректоры урынбаҫары

Автор: Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ