Бөгөн Люксембургтың Ларошет ҡалаһында фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет ултырышы башланды.
Кәңәшмәлә Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша. Улар быйыл көҙ Өфөлә үтәсәк ойошманың сьезы һәм 2020 йылда уҙасаҡ фольклориадаға әҙерлек барышы менән таныштыра.




