Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды

Альберт Пенькевич исемендәге поляк милли йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары концерт менән асылған тантанаға республикала йәшәүсе поляктар, уларҙың балалары, ҡунаҡтар йыйылды.

Фото №1 - Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды

Быйылғы мәҙәниәт көндәре республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арналды. Байрамда сығыш яһаусы ҡыҙҙар-малайҙарҙың шиғыр-йырҙар тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде. Поляк мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапхананың икенсе корпусында биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе лә асылған, шулай уҡ унда милли телдәге китаптар менән танышырға мөмкин. Байрам 15 майға тиклем дауам итә.

Ошо сара тәү рәттән тыуған телгә, тыуған мөхиткә, мәҙәниәткә йүнәлтәлгән. Был беҙҙең Республика кимәлендә алып барылған матур милли сәйәсәт йәлип иткәнен иҫбатлай.

Зөһрә Рәхмәтуллина, Рәсәй дәүләт думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе

Автор: Фәниә Юланова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ