Драматургтың һуңғы төйәге

Күренекле драматург, башҡорт һәм татар яҙыусыһы, журналист Мирхәйҙәр Фәйзи үҙенең данлыҡлы “Ғәлиәбаныу”, ”Cәскәләр араһында” пьесаларын Баймаҡ ерендә ижад иткән.

Фото №1 - Драматургтың һуңғы төйәге

Үҙенең һуңғы төйәген дә ул 28 генә йәшендә ошо төбәктә таба. Әҙиптең ҡәберлеген төбәк журналистары үҙ ҡарамағына алып, тәртиптә тоторға тырыша.

Баймаҡ ҡалаһында 1919-21 йылдарҙағы шанлы осорҙарҙын яу корбандары истәлегенә туғандаш ҡәберлеге бар. Шул паркта уҡ күренекле драматург,яҙыусы,шағир Мирхәйҙәр Фәйзи ерләнгән. Ул Баймак ерендә һунғы төйәген тапкан берҙән бер татар драматургы . Сөнки йәш ижадсы һуғышка тиклем ошо төбәктә укытыусылык иткән, Түбә руднигы китапханаһында эшләгән. Ошо көндәрҙә ҡаланың яҙыусылар ойошмаһы,башҡорттар ҡоролтайы йәштәре менән берлектә драматургтын кәберлегендә өмә үткәрҙе.

Был урын беҙҙең өсөн иҫтәлекле урын, сөнки бында 18-се йылдағы Граждандар һуғышындағы һалдаттарҙың ҡәбере һәм шулай уҡ Мирхәйҙәр Фәйзи ерләнгән. Яҙыусылар ойошмаһы һәм Башҡорт ҡоролтайы йәштәре был урынды үҙ ҡарамағына алды.

Әхтәм Мостафин, Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Мирхәйҙәр Фәйзи 1891 йылдың 19 октябрендә элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Күкшел утарында тыуған.Әҙәби әҫәрҙәр яҙыу менән йәшләй ҡыҙыҡһына башлай. Уның «Ғәлиәбаныу», «Сәскәләр араһында», «Биҙәнеү » һәм әллә күпме сәхнә әҫәрҙәре бөгөн дә тамашасыларҙын ин яраткан спектаклдәре. Уны драматург райондын Юлык ауылыында яҙа. Тик Мирхәйҙәр Мостафа улы бик йәшләй генә донъянан китеп бара, Баймаҡ районы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең яратҡан драматургын ҡаланың үҙәк паркына хөрмәтләп күмә.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡала хәкимиәте менән килешкәндән һуң Баймаҡ районы башҡорттарының йәштәр ҡоролтайына тапшырырға тигән ҡарар сығарҙы. Киләсәктә бында тәртип һәм таҙалыҡ булыр, тип ышанабыҙ.

Ришат Ишембәтов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе

Ике тиҫтәгә яҡын пьеса, күп һандағы шиғыр, йыр һәм хикәйә авторы район өсөн күп көс һала.Баймаҡ халҡы уны онотмай,билдәле драматургтың бюсты әлеге көндә лә матбуғат йортоноң биҙәге булып тора.

Башбат

Автор: Лилиә Әхмәтҡужина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ