Боронғо йолаларҙы тергеҙеп...

26 майҙа Өфөнөң "Ватан" этно-паркында "Кәкүк сәйе" байрамы ойошторола. Сараның маҡсаты йола менән йәш быуынды яҡындан таныштырып, уны киләсәк быуынға еткереү.

Йылдың уңышлы килеүен теләп уҙғарылған байрамдың урыны тип юҡҡа ғына парк һайланмаған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, борондан "Кәкүк сәйе" йылға буйында, тау һыртында үткән. Сарала билдәле сәхнә йондоҙҙары , ижади коллективтар, мәктәп уҡыусыларының сығышы көтөлә. Шулай уҡ байрамда Башҡортостан ҡул оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә эшләйәсәк.

Аҡ инәйҙәр, балалар төркөмө ҡатнашасаҡтар. Ғөрөф ғәҙәттәрҙе һәм уйындарҙы күрһәтәсәктәр.

Сәрүәр Аслаева, Байрамды ойоштороусы